11 декабрь, Йәкшәмбе

11 апрель 2011 йыл, 10:07

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2011» конкурсы финиш һыҙығына сыҡты

автор: Эльмира Сабирова

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2011» конкурсы финиш һыҙығына сыҡты. Инновациялы педагогик проекттар презентацияһы, асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре, мастер-кластар кеүек конкурс һынауҙарынан торған аҙна артта ҡалды. Ял көнө булыуына ҡарамаҫтан, йәкшәмбе көндө лә педагогик оҫталыҡ конкурсы финалистары тамашасылар алдында лекциялар менән сығыш яһаны һәм фекер алышыуҙарҙа ҡатнашты.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Гран-приға эйә булыусынан тыш, иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла аталасаҡ.  

Төп конкурстың абсолют еңеүсеһен һайлау өсөн Ҙур жюри йәнә бер «Асыҡ дискуссия» ярышын һәм өҫтәмә тауыш биреүҙе ойоштора.

Еңеүселәр һәм призерҙарҙың исеме 12 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында иғлан ителәсәк.

Республиканың иң яҡшы уҡытыусылары исеменә БР ҡалалары һәм райондарынан 123 педагог дәғүә итә, шуларҙан 60 кеше төп конкурста ҡатнаша, 37-һе – рус теле һәм әҙәбиәте,  26-һы – татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.