11 декабрь, Йәкшәмбе

11 апрель 2011 йыл, 9:27

Архангел районы хакимиәте башлығы итеп контракт буйынса Ғимран Ғәбитов тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Архангел районы муниципаль районы Советының 2011 йылдың 8 апрелендәге ҡарарына ярашлы, Архангел районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Ғимран Ғәбитов тәғәйенләнде.

***

Ғимран Ғәбитов 1958 йылда Мәләүез районының Үрге Таш ауылында тыуған. Юғары белемле – Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1975 йылда Күгәрсен районының “Колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы”нда эшсе булып башлай.

1984–1988 йылдарҙа – “Краснохолмнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының 3-сө нефть һәм газ сығарыу цехының скважиналарҙы тикшереү буйынса операторы, техник-геологы, 5-се нефть һәм газ сығарыу цехының өлкән геологы, 2-се категориялы геологы.

1988–1991 йылдарҙа – “Краснохолмнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының 1-се нефть һәм газ сығарыу цехының 2-се категориялы геологы, идаралыҡтың геология бүлеге начальнигы.

1991–1997 йылдарҙа – “Ишембайнефть” акционерҙар йәмғиәтенең 3-сө нефть һәм газ сығарыу цехы начальнигы урынбаҫары, 2-се нефть промыслаһы начальнигы урынбаҫары, Ишембай ҡалаһының нефть һәм газ сығарыу идаралығы геология бүлексәһенең 1-се категориялы геологы.

1997–1998 йылдарҙа БР Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитетының нефть һәм газ ятҡылыҡтарын файҙаланыу буйынса бүлегенең баш геологы, нефть-геология бүлеге начальнигы.

1998–2002 йылдарҙа – БР Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса идаралыҡтың нефть һәм газ ресурстарын файҙаланыу бүлеге начальнигы, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары.

2002–2003 йылдарҙа – “БашНИПИнефть” яуаплылығы сикләнгән бүлендек йәмғиәте директоры.

2003–2004 йылдарҙа – “БашНИПИнефть” инжиниринг компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры.

2004–2007 йылдарҙа – “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры, генераль директоры, етештереү буйынса директоры.

2007–2008 йылдарҙа – Ырымбур ҡалаһындағы “ОренбургНИПИнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә генераль директор урынбаҫары.

2009 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Башнефтехимсервис” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры, генераль директоры булып эшләй.

2009–2010 йылдарҙа – Нефтекама ҡалаһындағы “Белкамнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идара аппараты начальнигы урынбаҫары.

2010 йылда – Ижевск ҡалаһындағы “Белкамнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Проект эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары.

2011 йылдың мартынан әлегә тиклем – Архангел районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.