10 декабрь, Шәмбе

08 апрель 2011 йыл, 17:23

Башҡортостан менән Татарстан үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерә

автор: "Башинформ"

Бөгөн Татарстандың сәнәғәт һәм сауҙа министры Рауил Зарипов эш сәфәре менән Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә йөрөй, тип хәбәр итә ТР Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына һылтанма менән «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы.

Сәфәр программаһында БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Роберт Ваһапов, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Әнүәр Мәхмүтов һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев менән осрашыуҙар планлаштырылған. 2010 йылдың 22 декабрендә ҡул ҡуйылған Татарстан менән Башҡортостан араһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү был сәфәрҙең төп маҡсаты булып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2010 йылдың 22 декабрендә Республика Президенты Рөстәм Миңнеханов етәкселегендә Татарстан Республикаһы делегацияһы Өфөгә килгәйне. Делегация составына республика министрлыҡтары, ойошмалары һәм предприятиелары вәкилдәре инде.  Был сәфәр барышында Татарстан Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә, шулай уҡ 2011-2012 йылдарға Башҡортостан һәм Татарстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйылды.