Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Ҡулланыу хаҡтары индексы 104,2% тәшкил итте

Иҡтисад

Ҡулланыу хаҡтары индексы 2011 йыл башынан алып Башҡортостанда 104,2% тәшкил итте, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Рәсәй буйынса уртаса алғанда был күрһәткес түбәнерәк һәм 103,8% тәшкил итә. Волга буйы федераль округы төбәктәрендә индекс төрлөсә, Пермь крайында 103,4 процент булһа, Сыуашстан Республикаһы менән Нижегородка өлкәһендә ул 104,5 процент тәшкил итә.

Март айында республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 1,1 процентҡа артты, а уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда статистиктар аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың 16,4 процентҡа күтәрелеүен билдәләй.  

Бүтән төрлө тауарҙарға хаҡтар бер айҙа 0,7 процентҡа артҡан, ә хеҙмәттәргә хаҡтар 0,5 процентҡа күтәрелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть