10 декабрь, Шәмбе

08 апрель 2011 йыл, 16:06

«2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» программаһы үтәлергә тейеш

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында муниципаль район хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары менән кәңәшмәлә «2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы средстволарын үҙләштереү проблемаһы күтәрелде. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рөстәм Зәйнуллиндың әйтеүенсә, программаның дөйөм алғанда уңышлы үтәлеүенә ҡарамаҫтан, айырым райондар унда бөтөнләй ҡатнашмай йәки уларға бүленгән лимиттарҙы үҙләштереүҙе тәьмин итә алмай.

— 2010 йылда Башҡортостан ауылдың социаль үҫеше программаһы маҡсатлы индикаторҙарының төп күрһәткестәрен тормошҡа ашырыу буйынса ярайһы яҡшы эшләне, — тип билдәләне Рөстәм Зәйнуллин. — Йүнәлтелгән средстволар йыл аҙағына тиклем үҙләштерелде. 1,5 миллион һумды иҫәпкә алмағанда, улар объектив сәбәптәр буйынса федераль бюджетҡа кире ҡайтарылды.  

Торлаҡ, газ селтәрҙәре, локаль һыу үткәргестәр төҙөлөшө буйынса бөтә төп индикаторҙар ҙа үтәлде. Дөйөм алғанда бүленгән средстволарҙы финанслау күләмдәре буйынса республика Рәсәй Федерацияһында алдынғы урында тора. Ләкин шул уҡ мәлдә программаны ғәмәлгә ашырыу барышында етди ҡатмарлыҡтар ҙа булды.

Мәҫәлән, былтыр средстволарҙың бер өлөшө айырым райондар иҫәбендә ятып, ахырҙа, киренән республика бюджетына ҡайтарылды. Был ярамаған хәл, тип иҫәпләй Рөстәм Зәйнуллин, был бит ауылда лайыҡлы инфраструктура үҫешенә, аграрийҙарға уларҙың тормош сифатын яҡшыртыуҙа етди ярҙам. Проект-смета документацияһын күрһәтмәү һәм конкурстарҙың ваҡытында үткәрелмәүе — аҡсаны кире ҡайтарыуҙа йыш осраған сәбәп.

— Дөйөм алғанда республика буйынса инженерлыҡ селтәрҙәре төҙөлөшөнә 120 миллион һум бүленгән, шуларҙың йыл дауамында 31 миллион һумы республика бюджетына кире ҡайтарылған. Был бик ҙур сумма,— тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары. — Артабан был средстволар ошо уҡ йүнәлештәрҙә башҡа муниципаль райондарға таратылды.  

Шуның менән бергә аукциондарҙа экономияланған средстволарҙы кире ҡайтарыуҙың объектив сәбәптәре лә булды. Рөстәм Зәйнуллин муниципалитеттар эшендәге етешһеҙлектәрҙе анализлап, урындарҙа ауырлыҡ тыуҙырған мәсьәләләрҙә министрлыҡ һәм ведомстволар белгестәре менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу буйынса аныҡ саралар тәҡдим итте. Ул ошо федераль маҡсатлы программаны үтәүҙә һәм төҙөлөш барышын, бюджет средстволарын файҙаланыуҙы контролдә тотоуҙа был программала ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге механизмдарын булдырыу кәрәклеген билдәләне.

— Беҙҙең бурыс ағымдағы йылда һис бер осраҡта ла бындай етешһеҙлектәргә юл ҡуймау, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр урынбаҫары.