11 декабрь, Йәкшәмбе

08 апрель 2011 йыл, 14:59

Рәсәйҙә Гагарин премияһы булдырылды

автор: "Башинформ"

Кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына 50 йыл тулыуы уңайынан Рәсәйҙә Юрий Гагарин исемендәге премия булдырылды, тип хәбәр итә Интерфакс. Яңы награда хаҡында йыһан тармағы үҫешенә арналған кәңәшмәлә РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин һөйләне.

Ун награда биш йылға бер тапҡыр Рәсәй космонавтикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән белгестәргә тапшырыласаҡ. Һәр премияның суммаһы бер миллион һум тәшкил итәсәк. Беренсе премия тапшырыу тантанаһы 2011 йылда үтәсәк.

Быйылғы йыл Рәсәйҙә Космонавтика йылы тип иғлан ителгән, 12 ай дауамында илдә Юрий Гагариндың йыһанға осоуына 50 йыл тулыуға һәм ватан космонавтика тармағы ҡаҙаныштарына арналған һәр төрлө саралар үтәсәк.

темалар: наградалар