Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Тимер юлсылар республика ҡаҙнаһына 295 млн һумдан ашыу аҡса күсерҙе

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Куйбышев тимер юлының һәм «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалдарының Рәсәйҙең ун төбәгенең урындағы бюджеттарына күсерелгән һалым түләүҙәре суммаһы 1,18 млрд һумдан ашты, был 2010 йылдағы ошондай уҡ күрһәткестән 1,1 процентҡа күберәк.

Куйбышев магистрале хеҙмәтләндергән бар төбәктәрҙә лә уҙған йыл менән сағыштырғанда һалым түләүҙәренең артыуы күҙәтелде. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының урындағы бюджетына – 295 млн һумдан ашыу сумма (үҫеш 4% тәшкил итте), Пенза өлкәһе бюджетына – 109,1 млн һум, Ульяновск өлкәһенә –100 млн һумдан ашыу, Мордва Республикаһы бюджетына – 75,3 млн һум, Татарстан Республикаһы бюджетына 32 млн һум аҡса күсерелгән. Дөйөм һалым түләүҙәре суммаһының яртыһынан ашыуы (536 млн һумдан ашыу) Һамар өлкәһе бюджетына индерелгән.

Куйбышев төбәк дөйөм хеҙмәтләндереү үҙәге мәғлүмәте буйынса, бөтә кимәлдәге бюджеттар менән иҫәпләшеүҙәр тулы күләмдә һәм билдәләнгән ваҡытта башҡарылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть