8 декабрь, Кесе йома

08 апрель 2011 йыл, 13:33

Өфөлә йәш рәссамдар күргәҙмәһе асыла

автор: Руфина Хананова

«Каруанһарай» үҙәк художество галереяһында 12 апрелдән алып кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына 50 йыл тулыуға арналған «Балалар күҙҙәре менән Космонавтика йылы» күргәҙмәһе үтәсәк. Галереяла йәш рәссамдарҙың 50-нән ашыу эше күрһәтеләсәк.  

«Латифа» башҡорт балалары өсөн тәүге һынлы сәнғәт студияһы директоры Эльза Ҡотлобаеваның әйтеүенсә, күргәҙмә астрономияны популярлаштырыу һәм балаларҙың йыһан менән ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында ойошторолған.  

— Балаларыбыҙҙа илебеҙ тарихы, ватан ғалимдарының, конструкторҙарҙың һәм космонавтарҙың ҡаҙаныштары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү мөһим, — тип иҫәпләй ул.

Күргәҙмәне асыу тантанаһына мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, атҡаҙанған рәссамдар саҡырылған. Башлана — 14 сәғәттә.