8 декабрь, Кесе йома

08 апрель 2011 йыл, 12:01

Өсөнсө бала тыуғандан һуң бушлай ер участкаһы алырға мөмкин

автор: Марина Шумилова

Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет республика парламентына БР Хөкүмәте менән индерелгән «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына төҙәтмәләр индереү тураһында» закон проектын ҡараны.

Закон проектына ярашлы, ғәмәлдәге закондың 10-сы статьяһын положениелар менән тулыландырырға тәҡдим ителә. Уға ярашлы, өсөнсө һәм унан һуңғы балалары тыуғанда йәки уллыҡҡа алынғанда, 2011 йылдың 1 ғинуарынан башлап, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында ата-әсә индивидуаль йорт төҙөү өсөн дәүләт йәки муниципаль милектәге ер участкаһын бушлай бер тапҡыр үҙ милкенә ала ала.

Республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, депутаттар закон проектының көнүҙәклеген билдәләгән, ләкин уның етешһеҙлектәрен дә күрһәткән, сөнки ғәмәлдәге ҡануниәт, балалары иҫәбенең күпме булыуына ҡарамаҫтан, республикала мохтажлыҡ кисергән йәш ғаиләләргә ерҙе бушлай бүлеүҙе күҙ уңында тота. Хәҙер өсөнсө һәм киләһе балалары тыуған ғаиләләргә торлаҡҡа мохтажлыҡ кисереүҙәрен иҫбатларға кәрәкмәүе уның ыңғай яғы тип билдәләнә.   Депутаттар закон проектына төҙәтмәләр индереүҙең көнүҙәклеген нигеҙләне. Миҫал өсөн, участканың аныҡ ҡына ҡайҙа бүленергә тейешлеген, уның үлсәмдәрен, төҙөлөш эштәренең ниндәй ваҡыт эсендә башҡарылырға тейешлеген күрһәтеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.

— Буш ер участкаһын алыу торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү тигән һүҙ түгел, йорт төҙөүгә лә аҡса күп кәрәк, һәм бында ла кешеләргә ярҙам итергә ине, тип билдәләй Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Валерий Лебедьков. — Мәҫәлән, кешеләргә участканы урман янынан бирергә мөмкин, ағастарҙы һирәкләтеп, ул ағас йорт төҙөүгә материал әҙерләй аласаҡ. Киләсәктә закондың был нормаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, мәҫәлән, әсәлек капиталын алыу ярҙамында, федераль һәм республика программаларына бәйләүе отошлораҡ булыр ине.