4 декабрь, Йәкшәмбе

08 апрель 2011 йыл, 11:00

Һауа торошо водителдәрҙе ҡыуандырмаясаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Синоптиктар алдағы ял көндәрендә водителдәр өсөн һауа торошо насар буласаҡ, тип күҙаллай. 8 — 10 апрелдә Башҡортостанда, шулай уҡ күрше төбәктәр – Татарстан, Ырымбур өлкәһе территорияларында  – ҡарлы ямғыр көтөлә. Ошоноң менән бәйле Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығы водителдәрҙе юлдарҙа ауырлыҡтар булыуы хаҡында иҫкәртә.  

Башҡортостан биләмәһендә М-5 «Урал», М-7 «Волга», Р-240 «Өфө-Ырымбург» автотрассалары буйлап хәрәкәт итеүгә бәйле барлыҡ һорауҙар буйынса тәүлек әйләнәһенә эшләүсе (347) 228-12-18 телефон линияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

темалар: һауа торошо