11 декабрь, Йәкшәмбе

08 апрель 2011 йыл, 9:40

Берҙәм рәсәйлеләр «Мәғариф» проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй

автор: Марина Шумилова

Уҡытыусыларҙың эш хаҡы яҡын арала 30 процентҡа артасаҡ, тип белдерҙе РФ Хөкүмәте Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһы лидеры Владимир Путин партия ағзалары — Дәүләт Думаһы спикеры Борис Грызлов, Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Светлана Орлова, вице-премьер Вячеслав Володин, шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаттары Владимир Пехтин, Артур Чилингаров, Валерий Рязанский һәм Татьяна Яковлева менән осрашыуҙа. Берҙәм рәсәйлеләр менән әңгәмәлә Владимир Путин мәғариф өлкәһендә программа әҙерләргә ҡушыуы хаҡында хәбәр итте. Был партияның яңы «Мәғариф» проекты буласаҡ.

— Белем сифатын күтәреү программаның төп йүнәлештәренең береһе булырға тейеш, — тип билдәләне БРДәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе,  «Берҙәм Рәсәй» төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев 7 апрелдә берҙәм рәсәйлеләрҙең Яңауылдағы отчет-һайлау конференцияһында сығыш яһап. — Әгәр беҙ Рәсәйҙең ҡеүәтле, конкурент һәләтле булыуын, донъяла уның менән иҫәпләшеүҙәрен теләһәк,  мәғарифҡа аҡса һалырға, мәктәптәрҙе ремонтларға, уларҙы заманса ҡорамалдар менә йыһазландырырға, интернет-кластар асырға, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрергә тейешбеҙ.

Уҡытыусының эш хаҡын күтәреү мәғарифты модернизациялауҙың мөһим һөҙөмтәһенә әйләнергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев. Иҡтисадта хеҙмәт хаҡы артһа ла, уҡытыусыларҙа ул һаман элекке кимәлдә ҡала. Ләкин юғары квалификациялы кадрҙарһыҙ, сифатлы белемһеҙ милли продукт булдырып булмай, уның нигеҙҙәре тап мәктәптә һалына.  

— Ә мәктәп – ул, иң элек, ошонда эшләгән кешеләр, шуға күрә бығаса, шул иҫәптән, төбәк һәм муниципаль бюджет елкәһенә төшкән мәктәптәрҙе ремонтлау һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға бәйле сығымдарҙы федераль үҙәктең тулыһынса үҙ өҫтөнә алырға ҡарар итеүе бик ваҡытлы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк сәйәси советы секретары. — Бөгөнгө көндә иҡтисадта 21 мең һум самаһы тәшкил иткән уртаса эш хаҡына мөмкин тиклем яҡынайтыу маҡсатында, үҙҙәренең тотонолмаған средстволарын төбәктәр уҡытыусыларҙың эш хаҡын 30 процентҡа арттырыуға йүнәлтә аласаҡ. Партия лидеры менән тәҡдим  ителгән саралар мөмкин тиклем тиҙерәк бойомға ашырылырға тейеш. Владимир Путин менән ҡуйылған бурыстар һәр төбәктә һөҙөмтәле тормошҡа ашырылһын өсөн «Берҙәм Рәсәй» барыһын да эшләйәсәк, һәм был эш партияның «Мәғариф» проекты ҡанаты аҫтында алып барыласаҡ.