8 декабрь, Кесе йома

07 апрель 2011 йыл, 17:35

Өфө халҡы 22,2 меңгә артҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө Рәсәйҙең миллионлы ҡалаһы статусын һаҡлап ҡалды һәм илебеҙҙең иң эре ҡалалары араһында халыҡ иҫәбе буйынса ун беренсе урында тора, тип Башҡортостанстат Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышында билгеле булған яҡынса мәғлүмәтте еткерә.

Баш ҡалала йәмғеһе 1071,6 мең кеше иҫәпләнә, шул иҫәптән 9,3 мең ауыл халҡы. Шуныһы ҡыҙыҡ, бөтөн республика халҡының дүрттән бер өлөшө, анығыраҡ әйткәндә— 26,3%, ошо мегаполиста йәшәй. Башҡортостан халҡы ошоға тиклем үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыуҙан алып 0,8 процентҡа кәмегән, ә баш ҡала халҡы иһә 22,2 мең кешегә артҡан.  

Стәрлетамаҡ халыҡ иҫәбе буйынса төбәктең икенсе ҡалаһы булып ҡала. Бында 273,4 мең кеше йәшәй. Стәрлетамаҡтар ҙа артҡан: халыҡ иҫәбе 9,1 мең кешегә күбәйгән.

Статистиктар 100 меңдән ашыу халҡы булған тағы өс ҡаланы билдәләгән.  Был Салауат – 156,1 мең, Нефтекама – 133,6 мең һәм Октябрьский – 109,4 мең кеше.