9 декабрь, Йома

07 апрель 2011 йыл, 16:43

Ял көндәре Башҡортостанда йылы һәм ямғырлы буласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда, ниһайәт, ысын яҙ етте. Яҡын арала төндәрен дә йылы буласаҡ.

Рәсәй Гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, республикала төнөн термометр бағанаһы ике градус йылы булыуын күрһәтәсәк. Ә йәкшәмбе, 10 апрелдә, һауа төнөн алты градусҡа тиклем йылынасаҡ. Көндөҙ 9-11 градус йылы буласаҡ.  

Шул уҡ мәлдә, 8 апрелдән, Башҡортостанда бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.    

темалар: һауа торошо