8 декабрь, Кесе йома

07 апрель 2011 йыл, 16:31

«Баш ҡаланы республика балаларына бүләк итәйек» сираттағы акцияһы иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды дүртенсе тапҡыр «Баш ҡаланы республика балаларына бүләк итәйек» акцияһын үткәрә. Унда 20-гә тиклем кешенән торған командаларға тупланып, етенән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Республика балалары файҙалы эш башҡарып, уның хаҡында Фонд хеҙмәткәрҙәренә хат яҙырға тейеш.  

— Акцияла ҡатнашыу балаларға изге эштәр башҡарып, йәмғиәткә файҙа килтереүҙәрен күрергә һәм аңларға мөмкинлек бирәсәк,  — тип иҫәпләй ойошма директоры урынбаҫары Илья Родионов. – Балаларҙың үҙҙәре йәшәгән ҡала, район, урам тормошонда һәм үҫешендә әүҙем ҡатнашырға теләүе, яҡшы эштәр башҡарыуға ынтылышы, шулай уҡ командала эшләргә өйрәнеүе — проекттың төп һөҙөмтәһе.

Тормошҡа ашырылған изге эштәре һәм файҙалы фекерҙәре өсөн лайыҡлы үҫмерҙәр грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланасаҡ. Өфөнөң иҫтәлекле урындарын ҡарау, экскурсоводтарҙың матур хикәйәләрен тыңлау һәм сюрприздар акцияла еңеүселәргә төп бүләк буласаҡ.

Фондтан асыҡлауҙарынса, 25 апрелдән 15 майға тиклемге осорҙа 1500 бала бүләкләнәсәк.

Башҡарылған эштәр йомғаҡтары менән отчеттарҙы 20 апрелгә тиклем 450009, Өфө, Комсомол урамы, 35 адресы буйынса Ҡала үҫеше йәмәғәт фондына ебәрергә кәрәк.  Тулыраҡ мәғлүмәт http://www.fondufa.ru/ сайтында.

темалар: акциялар