5 декабрь, Дүшәмбе

07 апрель 2011 йыл, 15:34

Башҡортостандың 160 эҙәрмәне һәләк булған яугирҙарҙы эҙләү өсөн экспедицияға юллана

автор: Тимур Рәхмәтуллин

23 апрелдә Башҡортостан эҙәрмәндәре экспедицияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған совет һалдаттарын һәм офицерҙарын эҙләү өсөн Псков, Новгород һәм Ленинград өлкәләренә юлланасаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Эҙәрмәндәр отрядтары йәмәғәт фонды Советы рәйесе Илдар Бикбаев.

— Йәмғеһе 160 экспедиция ағзаһы күрһәтелгән, нигеҙҙә мәктәп уҡыусылары һәм студенттар, был бик күп, — тип билдәләне Илдар Бикбаев. – Беҙгә республика Хөкүмәте лә ярҙам итте, һәләк булған Ватан һаҡсылары иҫтәлеген мәңгеләштереү кәрәклеген аңлап, ул экспедиция үткәреүгә тейешле средстволар бүлде.  

Илдар Бикбаев әйтеүенсә, яугир һөйәктәрен табыу өсөн экспедиция ваҡытында һәр ҡатнашыусы 20 тонна ер ҡаҙа. 10 көн эсендә эҙләү отрядтары меңәрләгән һалдаттарҙың мәйетен таба.  

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда тыуған 127 меңдән ашыу яугир хәбәрһеҙ юғалған,  100 меңдән ашыу кешенең ҡайҙа ерләнгәне лә билдәһеҙ – улар яу яланында ятып ҡалған. Һуғыш йылдарында Рәсәйҙә йәмғеһе 5,5 миллиондан ашыу кеше хәбәрһеҙ ғәйеп булған, әле һаман ер ҡуйынына тапшырылмаған 6 миллиондан ашыу һәләк булған яугир иҫәпләнә.