5 декабрь, Дүшәмбе

07 апрель 2011 йыл, 13:40

Башҡортостанда законһыҙ урман ҡырҡыусыларға ҡаршы көрәш көсәйтелә

автор: Галина Бахшиева

Ағасты законһыҙ ҡырҡыуға контроль көндән-көн арта. Рөхсәтһеҙ ағас әҙерләү һәм рөхсәтһеҙ ҡырҡылған ағас әйләнеше менән көрәштә хеҙмәттәшлек итеү тураһында Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының БР буйынса Эске эштәр министрлығы, Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы һәм Рәсәй Федераль таможня хеҙмәте Волга буйы таможня идаралығының Башҡортостан таможняһы менән төҙөлгән килешеүе был йүнәлештәге һуңғы аҙымдарҙың береһе булды.  

БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, федераль һәм республика закондарына ярашлы үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәү буйынса министрлыҡ һәм ведомстволарҙың берлектәге эшмәкәрлеген көйләү һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлекте ойоштороу был килешеүҙең төп предметы булып тора.

Килешеү иң элек урман әҙерләү һәм эшкәртеү, шулай уҡ уны илдән ситкә сығарыу менән шөғөлләнгән физик, юридик шәхестәрҙең һәм индивидуаль эшҡыуарҙарҙың урман, һалым, таможня ҡануниәтен боҙоуҙарын асыҡлауға ҡайтып ҡала.

Бынан тыш, ағас әйләнешенә бәйле хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау, юл ҡуймау һәм иҫкәртеү буйынса берлектәге саралар үткәреү ҙә планлаштырылған.