11 декабрь, Йәкшәмбе

07 апрель 2011 йыл, 12:27

Өфөлә тәүге тапҡыр «Башҡарма» фин-татар төркөмө сығыш яһаясаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанға тәүге тапҡыр гастролдәр менән легендар «Башҡарма» фин-татар төркөмө  килә. Концерт 9 апрелдә Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында үтәсәк.

Ғәйәт ҙур «Концерт. Хельсинки-Өфө» шоу-программаһы БР-ҙа Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала. Проектта легендар «Башҡарма» фин-татар төркөмө һәм уның солисы Дениз Бәҙретдин, шулай уҡ виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев, билдәле йырсы һәм композитор Нәзирә Яппарова ҡатнаша.

Белешмә. «Башҡарма» ансамбле Финляндияла уҙған быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән. Тап ошо йылдарҙа татар диаспораһы вәкилдәре үҙҙәренең көнбайыш аранжировкаһындағы традицион милли музыкаһын таҫмаға яҙҙыра һәм тамашасылар алдында электр гитараһы һәм барабан оҙатыуында башҡара башлай. Уларҙың стиле – үҙенсәлекле «фьюжн», унда берләштереп булмаҫлыҡ иҫке һәм яңы, көнсығыш һәм көнбайыш, заманса музыка һәм халыҡ йырҙары бергә ҡушыла. Төркөм Каустиненда Халыҡ музыкаһы фестивалендә сығыш яһағандан һуң киң билдәлелек ала. 1990 йылда «Башҡарма» Финляндияла үҙенең беренсе «Kizleu» альбомын сығара, бер йылдан һуң уңышлы гастролдәре менән бер рәттән был альбом Рәсәйҙә лә донъя күрә.