7 декабрь, Шаршамбы

07 апрель 2011 йыл, 11:04

«Айыҡ ауыл - 2011» республика конкурсының эмблемаһы раҫланды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Айыҡ ауыл — 2011» конкурсының ойоштороу комитеты Башҡортостан ауылдарында үткәрелеүсе алкоголгә ҡаршы кампанияның символикаһын эшләү буйынса иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Нефтекама рәссамы-рекламасыһы Станислав Пищаевтың эше иң яҡшыһы тип табылды.  

Республика конкурсы эмблемаһында түңәрәк тотороҡлоҡ һәм тыныслыҡты символлаштыра. Түңәрәк эсендә – йорто һәм ере булған күп балалы бәхетле ғаилә. Йәйғор бәхеткә һәм ауылдарҙа айыҡ йәшәүгә өмөттө, уйҙар һәм эштәрҙең паклығын аңлата. Түңәрәк әйләнәһендә – Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендә «Айыҡ ауыл» яҙыуы. Конкурс үткәрелгән йыл да күрһәтелгән.

— Был эмблема «Айыҡ ауыл — 2011» конкурсының төп билдәһе буласаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтенең рәйестәше Ренат Зәйнуллин. – Киләһе йылда ла был эмблема конкурс символы булып ҡаласаҡ, «2011» яҙыуын «2012»гә генә төҙәтәсәкбеҙ.

Эмблема рәсми рәүештә 9 апрелдә Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында конкурста ҡатнашыусыларҙың беренсе семинарында күрһәтеләсәк, был семинар республиканың конкурста ҡатнашыусы 96 ауыл биләмәһе етәкселәрен йыясаҡ.