5 декабрь, Дүшәмбе

07 апрель 2011 йыл, 10:12

Башҡортостан Профсоюздары 2011 йылғы йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерләнә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Профсоюздары 2011 йылғы йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерләнә. Балалар лагерҙарының яҙмышы профилле республика семинары сиктәрендә тикшерелде, унда профсоюздарҙан тыш республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ балалар лагерҙары директорҙары ҡатнашты.  

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәге етәксеһе Эдуард Ҡусҡарбәковтың «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, семинарҙа балалар һауыҡтырыу лагерҙарын һаҡлап ҡалыу проблемаһы, медицина тәьминәте, хеҙмәт һаҡлау, лагерҙарҙа хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, шулай уҡ балалар ялы һәм һауыҡтырыуҙы ойоштороу өлкәһендә дәүләт сәйәсәте стратегияһы тикшерелде.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2010 йылда Рәсәйҙә балаларҙың йәйге ялын ойоштороу механизмы үҙгәрҙе. Был вәкәләттәр төбәктәргә тапшырылды һәм хәҙер балалар ялын ойоштороуға средстволарҙы төбәктәр үҙҙәре табырға тейеш.  

Башҡортостанда 2010 йылда был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 748 миллион һум бүленде. Быйыл йәй балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыуға дөйөм алғанда 1,239 миллиард һум самаһы тотоноу планлаштырыла. Аҡсаның төп өлөшө – 1,04 миллиард һумдан ашыу сумма – республика бюджетынан бүленәсәк. Федераль үҙәк –73 миллион, муниципалитеттар 125 миллион бирергә тейеш.