Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Йәш эшҡыуарҙар конкурста ҡатнашыуға саҡырыла

Иҡтисад

Башҡортостанда «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары — 2011» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтәсәк. Уны республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты үткәрә.

Конкурс БР Хөкүмәте менән раҫланған 2010 һәм 2011 йылдарға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү республика пограммаһына ярашлы үткәрелә. Өфөлә төбәк этабы 4 апрелдә старт алды һәм ағымдағы йылдың 6 майына тиклем дауам итәсәк.

Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ, шулай уҡ улар конкурстың округ этабында ҡатнашыуға тәҡдим ителәсәк. Конкурста 16-30 йәштәгеләр ҡатнаша ала.

Төбәк этабы һөҙөмтәләре БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ сайтына ҡуйыласаҡ: www.fadm.ru.

Конкурс положениеһы менән БР Дәүләт комитеты сайтында танышырға мөмкин: www.mbis.bashkortostan.ru («Конкурстар, күргәҙмәләр, кәңәшмәләр» бүлегендә).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть