11 декабрь, Йәкшәмбе

06 апрель 2011 йыл, 17:34

Аттар иҫәбе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан Республикаһы аттар иҫәбе буйынса Рәсәйҙә алдынғы урында, тип белдерҙе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин.

— Беҙҙең республика аттар иҫәбе буйынса илдә беренсе урында, — тип хәбәр итте ул. – Башҡортостанда 129 мең йылҡы иҫәпләнә. Саха (Яҡут) Республикаһы беҙҙән бер аҙ ҡалыша. Күршеләребеҙҙә йылҡы малы күпкә аҙыраҡ: Силәбе өлкәһендә – 36 мең, Татарстанда – 32 мең.

Үҙ сиратында Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе Франис Сәйфуллин 1990 йылда Башҡортостанда 190 мең йылҡы булыуын билдәләне. Республикала аттар иҫәбе ҡыҫҡара, һәм Яҡут Республикаһы яҡын арала беҙҙе уҙып китеүе ихтимал.