Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93 ↓

EUR 68.66 ↓

22 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан уҡытыусылары льготалы интернет менән тәьмин ителәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса республика мәктәптәре уҡытыусылары өйҙә льготалы шарттарҙа интернет-ресурстарға тоташа аласаҡ.  

БР Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен интернетҡа лимитһыҙ ташламалы хаҡ менән тоташтырыу механизмы интернет-провайдерҙар менән килешеү буйынса берлектә әҙерләнгән. «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — уҡытыусылар өсөн тарифтарҙы айына 450 һумдан 300 һумға тиклем (тоташыу тиҙлеге секундына 1 мегабит), «Уфанет» асыҡ акционерҙар йәмғиәте айына 305 һумдан 145 һумға тиклем кәметте (тоташыу тиҙлеге секундына 3 мегабит).

Башҡортостан Мәғариф министрлығы ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идараһы органдары етәкселәренә интернет селтәренә лимитһыҙ тоташыу механизмын аңлатып һәм эш урынынан белешмә нигеҙендә интернет-хеҙмәт күрһәтеүселәрҙә уҡытыусыларға ташламаны рәсмиләштереүгә бәйле эштәрҙе ойоштороу буйынса рекомендациялар менән хаттар ебәрҙе.

2011 йыл дауамында республикала өйҙәрендә персональ компьютерҙары булған 30 меңдән ашыу уҡытыусыны лимитһыҙ льготалы интернет менән тәьмин итеү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть