Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Өфөлә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе файҙаланыу мәсьәләләре тикшерелде

Сәйәсәт

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышы булды. Ул ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыуға арналды. Унда башҡарма комитет ағзалары, Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы вәкилдәре, ғалимдар һәм фермерҙар ҡатнашты.

Ултырышта ҡатнашыусылар республиканың тәбиғәт байлығына халыҡ хужа булмауын, шуға күрә ерҙе урындағы халыҡҡа биреү зарурлығын билдәләне.

— Ер – беҙҙең нигеҙ, беҙҙең байлыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Агросәнәғәт союзы рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиев. – Беҙ ерҙең дә беҙҙән китеүен теләмәйбеҙ. Халыҡ өсөн ошо байлыҡты булһа ла һаҡлап ҡалырға кәрәк.

БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры Радил Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, ерҙең 40 проценты Башҡортостан халҡына ҡарамай.

Ултырышта ҡатнашыусылар, тарихи тыуған яғы Башҡортостанға әйләнеп ҡайтырға йәки ҡаланан ауылға күсергә теләүсе ғаиләләргә йорт төҙөү һәм ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн ер участкалары бирергә кәрәк, тип билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть