11 декабрь, Йәкшәмбе

06 апрель 2011 йыл, 11:05

Төркиәләге шиғыр кисәһендә Башҡортостандан шағирә Лилиә Ҡәйепова ҡатнашты

автор: Хәсән Дауытов

Төркиә Республикаһының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Токат өлкәһенең Решадия район үҙәгендә Халыҡ-ара шиғыр кисәһе үтте. Унда башҡорт шағирәһе Лилиә Ҡәйепова, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстан, Татарстандан һәм Төркиә ҡалаларынан шағирҙар ҡатнашты. Был сара Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) ярҙамында ойошторолдо, уның исеменән осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов сәләмләне. Шиғыр кисәһендә йәнә Решадия районы мэры Рафет Эрдем да ҡатнашты. Ул, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла – бай мәҙәниәтле боронғо төрки халыҡтары вәкилдәре, тип билдәләне.

Кисәлә ҡатнашыусылар өсөн киң мәҙәни программа әҙерләнгәйне, уның сиктәрендә Төркиә Республикаһына нигеҙ һалыусы Мостафа Кемаль Ататөрк һәйкәленә веноктар һалыу, Ватанын һаҡлап һәләк булған һалдаттар мемориалына, иҫтәлекле урындарға сәфәр ойошторолдо.