3 декабрь, Шәмбе

06 апрель 2011 йыл, 10:25

«Салауат Юлаев» Гагарин Кубогы финалында

автор: Дмитрий Слезин

Өфөлә Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһында финал серияһының етенсе матчы тамамланды. Унда «Салауат Юлаев» Магнитогорскиҙан «Металлург» командаһын ҡабул итте.

Өсөнсө осорҙоң етенсе минутында Владимир Антипов Кирилл Кольцов менән йәшен тиҙлегендәге комбинация башҡарып, шайбаны Георгий Гелашвилиның ҡапҡаһына оҙатты – 1:0.

Был шайба Өфө өсөн ысын мәғәнәһендә «көмөш»кә әйләнде, сөнки ул «Салауат» ты Гагарин Кубогының финалына сығарҙы. Унда «Салауат» Мытищиның «Атлант»ына ҡаршы һуңғы, хәл иткес серияһын уйнаясаҡ. Был ҡаршылыҡта береһе –  «көмөш», еңеүсе «алтын» аласаҡ.

«Бронза» наградалар регуляр чемпионатта «Металлург»ҡа ҡарағанда юғарыраҡ баҫҡыста торған Ярославлдең «Локомотив»ына эләкте .

темалар: кхл, хоккей