11 декабрь, Йәкшәмбе

06 апрель 2011 йыл, 9:30

Башҡортостан Хөкүмәте һәм «УРАЛСИБ» финанс корпорацияһы хеҙмәттәшлек тураһында генераль килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ" | фото: Рәиф Баҙыҡов

5 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте һәм «УРАЛСИБ» финанс корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.  

Хөкүмәттән Килешеүгә — БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов, УРАЛСИБ яғынан Финанс корпорацияһының баш идарасы директоры, «УРАЛСИБ» банкының идара рәйесе Илдар Мөслимов ҡул ҡуйҙы.

Яҡтар республикала заманса банк технологияларын һәм банк инфраструктураһын, шул иҫәптән «Универсаль электрон карта» проектын  үҫтереүгә һәм үҙләштереүгә булышлыҡ итеү, уртаҡ инвестиция программаларын ғәмәлгә ашырыу, сәнәғәт комплексының инновациялы үҫешенә, предприятиеларҙы техник яҡтан үҙгәртеп ҡороу һәм модернизациялауға ярҙам күрһәтеү тураһында килеште, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Белешмә өсөн. УРАЛСИБ республикала 1993 йылдан эшләй. Бөгөн ул төбәк иҡтисадының ауыл хужалығы, машиналар эшләү, хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе һәм башҡа тармаҡтарында система булдырыусы ҙур проекттарҙы бойомға ашыра.

Был Килешеү УРАЛСИБ-тың юридик һәм физик шәхестәрҙе, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк программалары сиктәрендә кредитлау өлкәһендәге эштәрен дауам итеүҙе, Башҡортостанға Рәсәй һәм сит ил инвестицияларын йәлеп итеүҙә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.  Бынан тыш, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш программаларын һәм хәйриә проекттарын, шул иҫәптән ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм етем балаларға ярҙам күрһәтеү проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа артабан хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә өлгәшелде.