11 декабрь, Йәкшәмбе

05 апрель 2011 йыл, 14:51

Өфөлә социаль туризм үҫешә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә социаль туризм үҫешә. Ветерандар өсөн экскурсиялар ойоштороу уны индереү буйынса ҡала властарының пилот проектына әйләнде.

Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең сираттағы йыллығын байрам итеү алдынан 5 апрелдән 7-һенә тиклем экскурсиялар ойошторолған. Ветерандарҙы БР Милли музейы, Салауат Юлаев һәйкәле, Конгресс-холл, Дуҫлыҡ монументы, Алла Анаһы Раштыуаһы ғибәҙәтханаһы, «Аҡбуҙат» ипподромы, «Ләлә Тюльпан» йәмиғ мәсете, Республика Хәрби Дан музейы кеүек ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап йөрөтөү күҙаллана.

Өфө властары дәүләт яҡлауы аҫтындағы ветерандар, инвалидтар һәм башҡа категориялағы кешеләр өсөн социаль туризмды үҫтерергә ниәтләй.  Шул уҡ мәлдә киләсәктә Өфөнән тыш, бөтөн Башҡортостан территорияһы буйлап экскурсиялар ойошторолоуы ла көтөлә.