9 декабрь, Йома

05 апрель 2011 йыл, 14:32

«Башинформ» Уҡытыусы йылын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурста беренсе урын алды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы йылын иң яҡшы яҡтыртыуға журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды. Ижади ярышта республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, шулай уҡ федераль баҫмаларҙың төбәк ҡушымталары хәбәрселәре ҡатнашты.  

«Электрон киң мәғлүмәт саралары» номинацияһында интернет-баҫмалар араһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының «Социаль өлкә» бүлеге мөдире Эльмира Сабирова беренсе урын алды.

Учалы телерадиостудияһы телевидениеның иң яҡшы ижади коллективы булды, ә «Башҡортостан» дәүләт телерадиоканалы репортеры Азат Сәмерханов (беренсе урын), «Асыҡ дәрес» радиопрограммаһы менән «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре Гөлнур Ишбулатова (икенсе урын), БЮТ телеканалы хәбәрсеһе Лиә Әхмәтйәнова (өсөнсө урын) иң яҡшы журналистар тип танылды.

«Баҫма киң мәғлүмәт саралары» номинацияһында республика гәзит һәм журналдары журналистары араһында «Кызыл Таң» гәзитенән Фәниә Ғәбиҙуллина беренсе булһа, икенсе урында — «Башҡортостан» гәзитенән Алһыу Әһлиуллина, өсөнсөлә – «Йәшлек» гәзитенән Сажиҙә Лотфуллина.

Республика баҫмалары араһында иң яҡшы редакция коллективы исемен «Башҡортостан» гәзите яуланы, икенсе урын «Панорама Башкортостана» журналында.

Район, ҡала, берләштерелгән гәзит һәм журналдарҙың иң яҡшы өс хәбәрсеһе араһында беренсе урында Ирина Карпенко («Вечерняя Уфа» гәзите), икенсе урында – Мария Выблова («Көйөргәҙе» гәзите), өсөнсөлә – Рәзилә Арсланова («Игенче» гәзите, Чекмагушинформцентр).

Район, ҡала, берләштерелгән баҫмалар коллективтары араһында «Янаульские зори» гәзите еңеүсе булды. Икенсе урын «Белебеевские известия» гәзитендә, өсөнсө урынды «Кармаскалинская новь» алды.