10 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2011 йыл, 13:57

Рафаэль Хәкимов Өфөнөң татар йәмәғәтселеге менән осрашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Тарих институты директоры, сәйәсәт фәндәре докторы Рафаэль Хәкимов көн элгәре Өфөләге «Ихлас» мәсетендә Башҡортостандың татар йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашты. Рафаэль Хакимов мәсеттә йыйылғандарҙы үҙенең «Татар рухы» китабы менән таныштырҙы һәм халыҡ тарихын объектив өйрәнергә кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, хәҙерге заманда татар йәштәренең күбеһе туған телен белмәй. Милли үҙаңды көсәйтеү өсөн үҙ халҡының тарихын хатаһыҙ факттарға таянып өйрәнергә һәм күренекле урындарҙы тергеҙергә кәрәк. Мәҫәлән, Татарстанда Болғар ҡалаһын тергеҙеүгә ҙур средстволар һалына, уның нигеҙендә тарихи музей-ҡурсаулыҡ төҙөлә.  

Рафаэль Хәкимов татарҙарҙың Рәсәй тарихындағы ролен дә билдәләне.

— Татарҙар рустар менән бергәләп халыҡ ополчениеһы ойоштороп, интервенция ваҡытында поляктарҙы илдән ҡыуҙы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды политолог. – Халҡыбыҙ бөтөн һуғыштарҙа ла Ватан һағында торҙо. Рухи көсөбөҙ Муса Йәлилгә лә әсирлектә бирешмәҫкә ярҙам итте.  

Рафаэль Хәкимовтың әйтеүенсә, сәйәси маҡсаттарҙа татар халҡын һәр ваҡыт мишәрҙәр, Себер татарҙары, керәшендәр һәм башҡалар кеүек ваҡ этник төркөмдәргә бүлгеләргә тырыштылар, шуға күрә милләттең үҙ-үҙен «татар» тип таныуын нығытырға кәрәк.