3 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2011 йыл, 13:23

Өфөлә ислам финанс инструменттары тураһында семинар үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Кисә Өфөлә «Аҡмулла» мәғрифәтселек клубы ултырышы сиктәрендә ислам финанс инструменттары тураһында семинар үтте. «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни үҙәге (Ҡаҙағстан) рәйесе, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Азамат Рыҫкилдин ислам финанс системаһының тәбиғәте, уның инструменттарын роман-герман системаһы нигеҙендә төҙөлгән традицион иҡтисадҡа индереүҙең ҡыйынлыҡтары һәм ошо ислам системаһын Башҡортостанда үҫтереүҙең отошло яҡтары хаҡында һөйләне.

— Ислам финанстары – ростовщиклыҡҡа ҡарамаған иҡтисад инструменты ул, — тип билдәләне Азамат Рыҫкилдин. – Ислам системаһында аҡса һатыу тыйыла. Тауарҙар һатыуҙан ғына табыш алырға мөмкин, ә аҡсаны түгел – традицион банктар менән ислам инвестиция компаниялары араһындағы төп айырма ошонан ғибәрәт.

Азамат Рыҫкилдин әйтеүенсә, ислам финанстары хеҙмәттәшлек системаһына әүерелә, ә юғары процент менән аҡса алыу кабалаһына түгел. Бындай проекттар Ҡаҙағстанда индерелә башлаған да инде һәм әле үк яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Ислам финанс инструменттары перспективалы һәм конкурент һәләтле, шуға уларҙы Башҡортостан Республикаһында ла индереү тураһында уйларға кәрәк.