Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә 65 йортто һыу баҫыуы ихтимал

Иҡтисад

Ташҡын ваҡытында Өфөлә 122 кеше йәшәгән 65 йортто һыу баҫыуы ихтимал. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфөнөң Граждандар именлеге идаралығы начальнигы Александр Сопин хәбәр итте.

Дим районында Йәштәр һәм Новгородская урамдарындағы 49 йортто, Киров районындағы бер нисә йортто һәм Ленин районында ике сәнәғәт объектын һыу баҫасаҡ, тип күҙаллана.

Ташҡындың кире эҙемтәләрен һәр районда ойошторолған ташҡынға ҡаршы комиссиялар иҫкәртергә тейеш. Өфөлә тиҙ арала эш итеү өсөн авария-ҡотҡарыу отряды ла әҙерләнгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе эвакуациялау өсөн ваҡытлыса йәшәү пункттары булдырылған, улар алты меңгә яҡын кешене ҡабул итә ала.  

Дөйөм алғанда, Александр Сопин әйтеүенсә, быйыл Өфөлә ҙур ташҡын көтөлмәй. Ҡала янында йылғалар кимәле юғары булмаясаҡ, тип күҙаллана. Ағиҙел йылғаһының – 600 – 700 сантиметрға, Ҡариҙелдең – 650 –750-гә, Димдең 600 – 700 сантиметрға күтәрелеүе көтөлә. Әммә ташҡын – ул шундай күренеш, уны алдан билдәләп булмай. Ҡыш буйы ҡар аҙ яуғанда ла һыу баҫыу зонаһының күпкә ашып киткәне булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть