9 декабрь, Йома

05 апрель 2011 йыл, 11:19

«Өфө» аэропорты Мысырға яңынан даими рейстар асты

автор: Любовь Колоколова

Мысырҙағы ҡатмарлы сәйәси хәлдәр арҡаһында Ҡыҙыл диңгеҙ курорттарына турпутевкалар һатыуҙы туҡтатыу арҡаһында барлыҡҡа килгән ике айлыҡ тәнәфестән һуң «Өфө» халыҡ-ара аэропорты был ил менән ҡайтанан даими авиабәйләнеш булдырылыуы хаҡында белдерҙе.

Өфөнән Хургадаға беренсе самолет 10 апрелдә үк юлланасаҡ. «Ай флай» авиакомпанияһы артабан осоштар йышлығын аҙнаһына ике тапҡырға еткерергә планлаштыра. Әлегә иһә рейстар аҙнаһына бер тапҡыр башҡарыласаҡ.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, Европа илдәренең күбеһе Мысырҙа ял итеүҙе хәүефһеҙ тип таба.