8 декабрь, Кесе йома

05 апрель 2011 йыл, 10:30

Башҡортостан балалары «Юрий Гагарин»дың йыһанға күтәрелеүен күҙәтте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Байконур космодромында идара ителеүсе «Союз ТМА-21» корабле йыһанға күтәрелде. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙан торған Башҡортостан делегацияһы был тарихи ваҡиғаның шаһиты булды. Старт кешенең беренсе тапҡыр йыһанға осоуына 50 йыл тулыуға тап килтерелде. Юбилейлы стартты 2000-дән ашыу vip-шәхестәр күҙәтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостан делегацияһын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров етәкләй.

Йыһанға идара ителеүсе караптың командиры Александр Самокутяев, бортинженер Андрей Борисенко һәм NASA астронавы Рональд Гаран осто. Ике рәсәйле лә йыһанға тәүге тапҡыр юллана, ә американлы 2008 йылда Discovery шаттлында Халыҡ-ара йыһан станцияһына осоп, унда 13 тәүлек булып ҡайтҡан.

«Юрий Гагарин» исемендәге «Союз ТМА-21» — исем алған беренсе Рәсәй карабы.  Ракетаға беренсе космонавтың портреты һәм «Ерҙең беренсе космонавы Юрий Гагариндың йыһанға осоуына 50 йыл» яҙыуы төшөрөлгән.

Был «Союз» серияһындағы идара ителеүсе Рәсәй йыһан карабының Халыҡ-ара йыһан станцияһына 26-сы тапҡыр осоуы. Экипаж оҙайлы экспедицияларҙың 27-се йәки 28-се осошона инәсәк. Экипаж йыһанға осоуға ете йыл әҙерләнгән. Йыһан үлсәүҙәре буйынса был оҙаҡ түгел. «Союз ТМА-21» Халыҡ-ара йыһан станцияһы менән тоташҡандан һуң, Юрий Гагарин, илле йыл элек булғандағы кеүек, йыһандан Ергә бағасаҡ.