5 декабрь, Дүшәмбе

05 апрель 2011 йыл, 9:30

Өфөлә Төрки телле илдәр социологтарының IV конгресы үтәсәк

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 4 апрелдә «Төрки телле илдәр социологтарының IV конгресын үткәреү тураһында» бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Форум Төрки телле илдәр социологтары конгресы Башҡарма комитетының тәҡдиме буйынса ағымдағы йылдың октябрендә үтәсәк.  

Бойороҡ менән Конгресҡа әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы раҫланды. Уны республика Президенты Хакимиәте етәксеһе Әнүәр Мәхмүтов етәкләй. Ойоштороу комитеты составына 18 кеше инде.

Уларға —11 апрелгә тиклем саралар планын эшләргә һәм раҫларға, ә Хөкүмәткә сығанаҡтарҙы һәм сараларҙы финанслау күләмдәрен билдәләргә ҡушылды.

Бойороҡтоң үтәлешенә контроль Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.

темалар: конгрестар