6 декабрь, Шишәмбе

04 апрель 2011 йыл, 17:58

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте етәкселегендә үҙгәрештәр

автор: "Башинформ"

4 апрелдә Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль район Советы ултырышы үтте, унда Ирек Сафин, үҙ теләге менән отставкаға китеү сәбәпле, хакимиәт башлығы вазифаһынан бушатылды.  

Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Совет депутаттары Әмир Булатовҡа йөкмәтте.

Етәксе вазифаһын ул ошо вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса район Советы тәғәйенләгән кеше үҙ вазифаларын үтәй башлағанға тиклем башҡарасаҡ.