Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ишетеү мөмкинлеге сикләнгән Башҡортостан артистары бөтә Рәсәй конкурсында төбәк данын яҡлай

Йәмғиәт

Өфөләге Һаңғырауҙар мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары вәкилдәре  Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең 85 йыллығына арналған III Бөтә Рәсәй концерт программалары конкурсында Башҡортостан данын яҡлай. Ул ошо көндәрҙә Орел ҡалаһында үтә.  

«Башинформ» агентлығына Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте Башҡортостан республика ойошмаһының «Өфө һаңғырауҙар мәҙәниәте йорто» йәмәғәт учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө Һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто директоры Ираида Иващенко етәкселегендәге 17 кешенән торған ижади делегация 2 апрелдә үк юлға сыҡҡан.

Был сәфәрҙең инициаторы Ираида Иващенко үҙе. Өфө коллективтарына бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға булышлыҡ итеү үтенесе менән ул Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итә. Ошонан һуң республика башлығы ҡушыуы буйынса БР Мәҙәниәт министрлығы менән сәфәрҙе ойоштороуға кәрәкле финанс средстволар бүленә.

Республика данын бөтә Рәсәй конкурсында ишетеү һәләтенә төрлө дәрәжәлә зыян килгән һәүәҫкәр артистар – «Ағиҙел» бейеү студияһында һәм ым-ишара ярҙамында йырлаусыларҙың «Шанс» ансамблендә ҡатнашыусылар яҡлаясаҡ. Оло рухи һәм ихтыяр көсө арҡаһында был кешеләр ижадта ҙур уңыштарға ирешә. Улар бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттары, дипломанттары, улар Башҡортостандың үҙешмәкәр сәнғәтенең ни ҡәҙәр юғары булыуын даими раҫлайҙар.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть