Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Стәрлебаш районында ике йыл дауамында яңы дауалау корпусын файҙаланыуға тапшыра алмайҙар

Сәйәсәт

В альбоме нет фотографий.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың көньяғына эш сәфәре сиктәрендә Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына барҙы.  

Төбәк башлығы хирургия, акушерлыҡ, стерилизация бүлексәләре, ҡабул итеү бүлмәһе һәм «тиҙ ярҙам» бүлексәһе урынлашҡан 50 койкалыҡ яңы дауалау корпусын ҡараны.  

Дауалау корпусы 2009 йылда төҙөлгән. Әммә объект әле булһа район балансына ҡабул ителмәгән. Әлеге ваҡытта уны тапшырыу буйынса документтар әҙерләнә. Бынан тыш, дауаханаға корпуста төҙөлөш эштәрен тамамлауға 2,5 миллион һум талап ителә – лифттарҙы ебәрергә һәм вентиляция системаһын яйға һалырға кәрәк.

— Дауаханағыҙ һәйбәт, — тине Рөстәм Хәмитов медперсонал менән аралашҡас. – Ләкин урыны менән эштәрҙе еренә еткерергә, төҙөп бөтөрөргә кәрәк. Был ҙур проблемаға әйләнмәҫкә тейеш, был эштә һеҙгә ярҙам буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть