Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.81 ↑

EUR 69.70 ↓

26 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә чечен мәҙәниәте күргәҙмәһе үтә

Сәйәсәт

Өфөләге «Урал» галереяһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә чечен мәҙәниәте күргәҙмәһе үтә. Уның ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының «Барт» чечен ижтимағи-мәҙәни үҙәге.

Галереяла таулы Чечня пейзаждарынан һәм Грозный ҡалаһының күренештәренән торған «Тыуған яҡ» фотоэкспозицияһы әҙерләнгән. СССР-ҙың халыҡ артисы Мәхмүд Эсамбаевтың айырым фотоһүрәттәре лә бар. Чечен халҡының матди һәм рухи мәҙәниәте тураһында 20-нән ашыу китаптар күргәҙмәһе эшләй. Бында килеүселәр ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли кейемдәрен дә күрә ала.  

Экспозиция 7 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Инеү ирекле.

— Күргәҙмәне асыу тантанаһына чечендар ҙа, башҡа халыҡ вәкилдәре лә күп килде, — ти «Барт» чечен ижтимағи-мәҙәни үҙәге рәйесе Лом-Али Исраилов. – Барыһы ла күргәҙмәнең ҡыҙыҡлы булыуын билдәләй. Башҡортостан етәкселеге һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамында беҙ йыл һайын бындай күргәҙмәләрҙе юғары кимәлдә үткәреүгә өлгәшәбеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть