5 декабрь, Дүшәмбе

04 апрель 2011 йыл, 9:19

Стәрлебаш балалары өсөн бушлай спорт дәрестәре ойошторолған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың көньяҡ райондары буйлап эш сәфәре сиктәрендә Стәрлебаш ауылындағы «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә лә булып китте.

Үҙәк 2006 йылда асылған. Бөгөн бында 600-ләгән бала йөрөй, улар йөҙөү, волейбол, баскетбол, саңғы уҙыштары һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнә. Бөтөн дәрестәр ҙә балалар өсөн бушлай ойошторола.  

Үҙәктә 25 метр оҙонлоғондағы бассейн эшләй. Әммә, тренерҙар әйтеүенсә, спорткомплексты тулы ҡеүәтендә файҙаланыу һәм унда юғары кимәлдәге ярыштар ойоштороу өсөн тағы бер айырым спортзал төҙөргә кәрәк.  

Рөстәм Хәмитов был идеяны ҡеүәтләне.

— Күренеп тора, һеҙ үҙегеҙҙең функцияларығыҙҙы яҡшы үтәйһегеҙ, — тине ул. – Шулай дауам итегеҙ!