Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ?

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, байрам көндәре менән бәйле Башҡортостанда 30 апрель, 1, 2 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1 май – Хеҙмәт һәм Яҙ байрамы һәм 9 май – Еңеү Көнө –  байрам көндәре булып тора.

2011 йылда байрам иҫәпләнгән 1 май көнө аҙналағы ял көнө — йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм эшләмәгән байрам көндәре тура килгәндә ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Тимәк, ял көнө йәкшәмбе 1 майҙан дүшәмбе 2 майға күсерелә.

Йома көндәрендә – 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш оҙайлылығы ҡыҫҡартылмай.  

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 30 апрель, 1, 2 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора.

РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпускы бирелгәндә байрам көндәре — 1 һәм 9 май отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть