Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты республиканың көньяғында агрофирмаларға үҫешергә кәрәклеген билдәләне

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың көньяғы буйлап эш сәфәре барышында Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһында булды.

Был аграр комплекс иген, көнбағыш, һөт һәм ит етештереүҙә махсуслашҡан. Уның составында алты һөтсөлөк фермаһы, ике машина-трактор паркы, ике иген келәте һәм ҡатнаш аҙыҡ етештереү цехы бар.

Хужалыҡта ете мең самаһы һыйыр малы аҫрала. Тәүлегенә агрофирма Өфө заводтарына 30 тоннаға яҡын һөт тапшыра.  

Предприятиеның ауыл хужалығы ерҙәре 30 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй.  Унда 800-гә яҡын кеше эшләй. Агрофирманың продукция һатыуҙан алынған табышы 2010 йылда 239 миллион һумдан ашыу сумманы тәшкил иткән.

Агрофирманы ҡарап сыҡҡас, Рөстәм Хәмитов хужалыҡтың күрһәткестәре яҡшы булыуын һәм уға артабан үҫешергә кәрәклеген билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть