9 декабрь, Йома

04 апрель 2011 йыл, 12:14

Башҡортостанда Милли һөт етештереүселәр союзы менән Килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Любовь Колоколова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы һәм Милли һөт етештереүселәр союзы (Рәсәй Һөтсөлөк союзы) араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.  

Йәкшәмбе, 3 апрелдә, килешеүгә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Милли һөт етештереүселәр союзы рәйесе Андрей Даниленко ҡул ҡуйҙы. Документтың срогы сикләнмәгән, ул Башҡортостандың һөтсөлөк тармағын үҫтереүгә һәм уны ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән. Бындағы тәжрибәне артабан илдең башҡа төбәктәрендә лә файҙаланыу планлаштырыла.

— Бөгөн бик ҡыҙыҡлы прецедент булдырылды, Башҡортостан Республикаһы — субъект Хөкүмәте Милли һөт етештереүселәр союзы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең республика — ҙур потенциалға эйә алдынғы аграр төбәк. Килешеүгә ҡул ҡуйыу — республика үҫешендә һәм «Рәсәй Федерацияһының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһы»н үтәүҙе тәьмин итеүгә ҙур аҙым ул.

Үҙ сиратында Андрей Даниленко шулай тип билдәләне:

— Килешеүгә ҡул ҡуйыу — беҙҙең өсөн тарихи ваҡиға. Беренсе тапҡыр Рәсәйҙең һөтсөлөк тармағы үҫешен дәртләндереү буйынса яңы алым формалаштырыу бурысы ҡуйыла, һәм был эш илдең һөтсөлөк тармағы лидеры булыуҙан тыш, географик, иҡтисади һәм инвестиция шарттарынан сығып ҡарағанда оло үҫеш потенциалына эйә Башҡортостан Республикаһы нигеҙендә эшләнә. Яҡын арала Башҡортостан Рәсәйҙең һөтсөлөк буйынса баш ҡалаһына, шулай уҡ Таможня союзының баш ҡалаһына ла әйләнеүе ихтимал, тип уйлайым.

Бынан һуң хәбәрселәр менән үткән брифингыла Андрей Даниленко әле генә ҡул ҡуйылған килешеүгә баһа биреп, уны һыйыр малы үрсетеүҙән алып һөт етештереү һәм һатыуға тиклем бөтөн агросәнәғәт комплексына ярҙам системаһын «ҡайтанан ҡарау» («перезагрузка») тип атаны.  

Андрей Даниленко, Башҡортостанда пилот моделе булдырыла, проект РФ Ауыл хужалығы министрлығында һәм Рәсәй Хөкүмәтендә хуплау тапты, тип хәбәр итте.  Һөт етештереүселәр союзы башлығы билдәләүенсә, республикабыҙҙың тауар һөтө етештереүҙә перспективалары ҙур, ул экологик яҡтан таҙа, тәбиғи, тимәк, сифатлы продукция Рәсәй баҙарында конкурент һәләтле буласаҡ һәм һорау менән файҙаланасаҡ. Андрей Даниленко фекеренсә,  Башҡортостан һөтөн төбәктән ситтә лә танытырға кәрәк, бының өсөн һөт һатыуҙың аныҡ системаһын булдырырға кәрәк.  

— Рәсәй Һөтсөлөк союзы менән бәйле сауҙа селтәрҙәре сифатлы тәбиғи һөт ташыу менән ҡыҙыҡһына, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Даниленко.

Белешмә өсөн. 2010 йылда Башҡортостанда 2,2 млн тонна һөт етештерелгән. Республика ил буйынса — 6,6 процент, Волга буйы федераль округында 20,3 процент өлөш менән Рәсәйҙә һөт етештереү буйынса беренсе урын алған. Һөт етештереү башлыса бәләкәй хужалыҡтарға тура килә, улар йылына 1,5 млн тонна һөт етештерә, йәғни дөйөм күләмдән 70 процент. Республикала халыҡтан һөт йыйыу системаһы яйға һалынған. Һөт етештереү һәм эшкәртеү буйынса өлгәшелгән һөҙөмтәләргә ҡарамаҫтан, беҙҙә һөтсөлөк тармағы үҫешенең ҙур потенциалы бар.

Йыл һайын Башҡортостандың бер кешеһенә иҫәптә 606 килограмм һөт етештерелә, ә 370 килограмм ҡулланыла. Рәсәй һөт баҙарының күләме иһә 35-40 млн тоннаға баһалана.