6 декабрь, Шишәмбе

04 апрель 2011 йыл, 10:50

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин менән осрашты

автор: Любовь Колоколова | фото: Андрей Старостин

Йәкшәмбе, 3 апрелдә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры, полицияның генерал-лейтенанты Игорь Алешин менән осрашты.

Игорь Алешин төбәк министрҙары араһында тәүгеләрҙән булып ҡайтанан аттестация үтте һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәксеһе вазифаһына яңы дәрәжәлә — полицияның генерал-лейтенанты булараҡ тәғәйенләнде.

Республика башлығы Игорь Алешинды был ваҡиға айҡанлы ҡотланы һәм министрлыҡ етәксеһенә, әлеге ваҡытта Эске эштәр министрлығы системаһында барған үҙгәртеп ҡороуҙар берүк ведомство эшмәкәрлеген көсһөҙләндермәһен һәм кешеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә сағылмаһын, тигән бурыс ҡуйҙы.  

Игорь Алешин Рөстәм Хәмитовҡа күптән түгел булып үткән Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының киңәйтелгән коллегияһы һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте.

— Бөгөн Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында барған үҙгәртеп ҡороуҙар Башҡортостандағы эске эштәр органдары эшмәкәрлегенә бер нисек тә ҡамасауламаҫ, тип ышанам. Барыһы ла ғәҙәттәге режимда эшләй, граждандар именлеге тәьмин ителә. Хеҙмәткәрҙәр араһында тәртип йомшарыуына юл ҡуйылмауын беләм, — тип үҙ фекерен әйтте республика Президенты.

Игорь Алешин Башҡортостан Президенты менән рәсми осрашыуҙан һуң журналистар менән үткән брифингыла, Эске эштәр министрлығы Уставына ярашлы был протокол осрашыуы булды, тигән аңлатма бирҙе.

— Реформалар осоронда төп бурыс – йәмәғәт тәртибен һаҡлау мәсьәләләренә зыян килтермәү,— тип белдерҙе министр. – Шулай уҡ эштән бушатылған хеҙмәткәрҙәрҙе эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл итеүҙе талап итә.

Игорь Алешиндың билдәләүенсә, БР буйынса Эске эштәр министрлығы федераль министрлыҡта әле лә яҡшы иҫәптә һәм үҙ бурыстарын, һис шикһеҙ, теүәл башҡарып сыға аласаҡ.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 1 апрелдә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев «Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдарының юғары етәкселек составы хеҙмәткәрҙәренә махсус званиелар биреү һәм Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре вазифаһына тәғәйенләү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. «Полиция тураһында» Федераль законға ярашлы ҡайтанан аттестация тәртибендә Игорь Алешинға РФ субъекттарының тәүге ете территориаль эске эштәр органдары етәкселәре иҫәбендә полицияның генерал-лейтенанты тигән махсус звание бирелде. Ошо уҡ Указ менән ул Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрлығы вазифаһына тәғәйенләнде.