7 декабрь, Шаршамбы

04 апрель 2011 йыл, 9:55

Башҡортостан етәкселеге инвалид балаларға ярҙам итәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан етәкселеге Стәрлетамаҡ районының Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгендәге балаларға ярҙам итәсәк. Был хаҡта Үҙәккә визиты барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.  

Үҙәктә аутизм, балалар церебраль фалижы, аҡылға зәғифлек диагноздары ҡуйылған балалар тәрбиәләнә. Йыл һайын бында Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Стәрлебаш райондарынан, шулай уҡ Салауат һәм Күмертауҙан 350-нән ашыу бала дауаланыу курстары үтә. Үҙәк асылғаны бирле бында 2000-дән ашыу пациент хеҙмәтләндерелгән.

Рөстәм Хәмитов балалар менән аралашты, уларҙан Үҙәктә шөғөлләнгән реабилитация тренажерҙарының ни ҡәҙәр һөҙөмтәле булыуы хаҡында һорашты.