Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика Президенты Рощинский тултырмаларының сифатын баһаланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ районы буйынса эш сәфәре барышында «Рощинский» совхозында булды. Төбәк башлығы предприятиеның әҙер продукцияһы һәм ит эшкәртеү цехы эшмәкәрлеге менән танышты. Ул шулай уҡ мал һуйыу, тултырма цехтарын, фасовкалау бүлеген, теплица хужалығын һәм 1280 баш малға иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексы төҙөлөшөнөң урынын ҡараны.  

«Рощинский» совхозында бөгөн ике мең самаһы кеше эшләй. Бында көн һайын 50 төрҙәге 10 тоннаға яҡын тултырма изделиелары һәм өс тонна ярымфабрикаттар сығарыла. Совхозда ит етештереүҙе ойоштороуға киткән сығымдар бөтөнөһө бергә 150 миллион һум тәшкил иткән. Шуларҙың 102 миллионы республика ҡаҙнаһынан бүленгән.

2010 йылда совхоз 148 миллион һум табыш алған. Сағыштырыу өсөн 2009 йылда был күрһәткес 28 миллионға аҙыраҡ булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть