9 декабрь, Йома

01 апрель 2011 йыл, 16:13

Волга буйы федераль округында бала хоҡуҡтары буйынса ассоциация ойоштороласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Волга буйы федераль округында бала хоҡуҡтары буйынса ассоциация ойоштороу планлаштырыла. Ульяновск өлкәһе губернаторы Сергей Морозов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында шундай тәҡдим индерҙе.

Ассоциация ойоштороу идеяһын Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота ла хупланы. Уның фекеренсә, булған проблемаларҙы бергәләп хәл итеү өсөн округҡа бөгөн төбәктәрҙәге Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙе һәм бала хоҡуҡтары өсөн яуаплы ведомстволарҙы берләштерерлек майҙансыҡ кәрәк. Ассоциация тап ошондай майҙансыҡ була ала.

Совет ултырышында шулай уҡ әсәлек һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам, округта тыуымдың түбән булыуы, балалар енәйәтселеге мәсьәләләре тикшерелде. Ульяновск өлкәһе башлығы йәнә аборттарҙы бюджеттан финанслауҙы туҡтатыу һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ балалар уйынсыҡтары индустрияһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр ҙә индерҙе.

Башҡортостан яғынан видеоконференцияла республика Президенты Рөстәм Хәмитов, БР-ҙа Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова, БР буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников ҡатнашты.