6 декабрь, Шишәмбе

01 апрель 2011 йыл, 13:33

Башҡортостанда урология буйынса бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡорт дәүләт медицина университеты Рәсәй урологтар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе менән берлектә республикала «Урологияның көнүҙәк мәсьәләләре. Простата биҙе ауырыуҙары. Урологияла яңы технологиялар» V Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын ойоштора. Ул «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәге базаһында 14-17 апрелдә үтәсәк.

Конференция барышында онкоурология, дөйөм һәм шәхси урология, шул иҫәптән урология ауырыуҙарын дауалауҙа яңы технологиялар мәсьәләләрен тикшереү планлаштырыла. Фекер алышыуҙа илдең алдынғы белгестәре һәм ғалимдары – Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденттары, профессорҙар Юрий Аляев, Петр Глыбочко, Вил Тимербулатов, профессор Олег Лоран, шулай уҡ Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, медуниверситет ректоры Валентин Павлов һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.