Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Төркиәнең Хаджеттепе университетында Әхмәтзәки Вәлиди иҫтәлегенә арналған конференция үтте

Йәмғиәт

Төркиәләге Хаджеттепе университетының Төрки халыҡтары этнографияһын өйрәнеү йәмғиәте арҙаҡлы ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың иҫтәлегенә арналған конференция үткәрҙе.

Тантаналы сараны профессор, доктор Дурсун Йылдырым асты. Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлидиҙең улы, Билькент университеты профессоры Сүбиҙәй Туған да сығыш яһаны, ул Вәлидиҙең хәтер көнөн ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе. Төп докладты Әхмәтзәки Вәлидиҙең уҡыусыһы, Ушак университеты профессоры Тунджер Байкара уҡыны.

Ултырыш дауамында Башҡортостан тураһында документаль фильмдарҙан өҙөктәр, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы менән нәшер ителгән «Башҡортостан – Евразия ынйыһы» каталогынан слайдтар күрһәтелде, шулай уҡ китаптарҙың тематик күргәҙмәһе ойошторолдо.  

Сарала ҡаҙаҡ шағирәһе Маржан Ершуова, ҡырғыҙ шағиры Тологон Сулайманов, татар шағиры Рифат Сәләхов һәм башҡорт шағирәһе Лилиә Кәипова ла ҡатнашты. Улар барыһы ла ТӨРКСОЙ программаһы буйынса төрөк телен өйрәнә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть