10 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2011 йыл, 12:23

Башҡортостанда апрелдең тәүге көндәре ҡарлы һәм һалҡын буласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Март айы Башҡортостанға оҙаҡ көтөлгән йылылыҡ килтермәне. Апрель башы ла республикала күберәк көҙҙө хәтерләтә. Гисметео мәғлүмәте буйынса, яңы башланған айҙың тәүге көндәре һалҡын торасаҡ. Төнгө ваҡытта республика буйынса һауа температураһы минус һигеҙ-туғыҙ градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ нуль тирәһе буласаҡ.

Алдағы көндәрҙә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

темалар: һауа торошо