6 декабрь, Шишәмбе

01 апрель 2011 йыл, 11:18

Сергей Шахрай: «Контроль-иҫәп палатаһының эш һөҙөмтәләре – йәмғиәттең рентген һүрәте ул»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

— Контроль-иҫәп палатаһының эш һөҙөмтәләре – ул йәмғиәттең үҙенсәлекле рентген һүрәте, – тине Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа Рәсәй Иҫәп палатаһы аппараты етәксеһе Сергей Шахрай. Билдәле дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре 31 мартта  эш сәфәре менән республикаға килде. Көндөң тәүге яртыһында Сергей Шахрай төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты.

Сергей Шахрай әйтеүенсә, Башҡортостан Президенты менән әңгәмә барышында “РФ субъекттарының һәм муниципаль берәмектәрҙең контроль-иҫәп органдарын ойоштороуҙың һәм улар эшмәкәрлегенең дөйөм принциптары тураһында” федераль закон ҡабул ителеүгә бәйле ревизорҙарҙың эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәр тикшерелде. Хәҙер төбәк һәм муниципаль иҫәп палаталары берҙәм ҡағиҙәләр буйынса эшләйәсәк. Яңы закон коррупцияға ҡаршы характерға эйә. Ул 1 октябрҙән көсөнә инә һәм шуға тиклем Контроль-иҫәп палатаһы тураһындағы республика законын тейешле хәлгә килтерергә кәрәк. Республика законының яңы редакцияһын эшләү өсөн эш төркөмө төҙөләсәк. Сергей Шахрай, яңы федераль закон көсөнә ингәнгә тиклем Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы эшмәкәрлеге тураһындағы республиканың норматив актын яраҡлаштырыу өсөн ваҡытҡа ла, мөмкинлеккә лә эйә, тип билдәләне.

Осрашыуҙа бюджет ҡануниәте мәсьәләләре лә тикшерелде. Рәсәй Иҫәп палатаһы аппараты етәксеһе илдә бюджет төҙөүҙең программалы принцибына күсеүҙең нисек барыуы һәм ошоға бәйле дәүләт ҡаҙнаһы аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыуға контролде үҙгәртеү хаҡында һөйләне. Сергей Шахрай һөҙөмтәлелек аудиты күрһәткестәре һәм критерийҙарының нисек эшләнеүенә ентекле туҡталды.

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа республикала муниципаль финанс контролен ойоштороу һәм әҙерлек барған административ реформа проблемаһы күтәрелде. Яҡын киләсәктә Контроль-иҫәп палатаһының контроль органдары муниципаль райондарҙа ла булдырыласаҡ.

РФ-тың атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр докторы, профессор Сергей Шахрай РФ Иҫәп палатаһы ҡарамағында уҡыу-ғилми комплексын ойоштороу хаҡында һөйләне. Бында өс иҡтисади һәм өс юридик специальность буйынса юғары кимәлдәге профессионалдар әҙерләнә. Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы юғары дәүләт аудиты мәктәбе, иҡтисадты һәм юриспруденцияны берләштереп, дүртенсе йыл инде белгестәр әҙерләй. Тимәк, Иҫәп палатаһының төбәк бүлексәләре ревизорҙары квалификацияны күтәреү мөмкинлегенә эйә.

Сергей Шахрай эске финанс контроле системаһын, айырыуса бюджет өлкәһендә, булдырыу зарурлығын билдәләне. Әңгәмәлә ревизорҙар эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге темаһы ла күтәрелде.

Көндөң икенсе яртыһында Сергей Михайлович республикала бадминтон яратыусыларға класс күрһәтте. Ул шулай уҡ Рәсәй Милли бадминтон федерацияһы президенты. Кис “Динамо” стадионында Сергей Шахрайҙың республика спортсылары менән бадминтон буйынса күрһәтмә осрашыуы үтте.